Рәсәй айтисылары алдында 300 миллиард һумлыҡ баҙар тора

Рәсәй айтисылары алдында 300 миллиард һумлыҡ баҙар тора 16.05.2016

Әле  ил компанияларының йыл һайын ошо күләмдә заманса технологияларға тотонған аҡсаһы сит илдәргә китә. Был турала бөгөн «Проф-айти» Бөтә Рәсәй конкурсында белдерелде. Абруйлы сара  Өфөлә үтә, әүәлгеләре Сыктывкар, Рязань, Ханты-Мансы ҡалаларында ойошторолған. Был юлы  ул  форум форматында бара,  проекттар конкурсынан тыш, фекер алышыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ҙә  ҡаралған. Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Щеголев һәм ошо өлкәлә эшләгән билдәле компаниялар етәкселәре ҡатнашты.

Айтишниктарҙың уңыштары байтаҡ,  заманса мәғлүмәт технологияларын  уйлап табыусылар ҙа,  уңышлы ғәмәлгә индереүселәр ҙә бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре менән Конгресс холл фойеһында  асылған күргәҙмәлә лә танышырға мөмкин. Әле төп бурыс был яңылыҡтарҙы дөйөм ҡулланыуға индереү  тора. Сөнки Рәсәй компаниялары йыл һайын айти технологияларға 300 миллиард һум тотона. Был  аҡсаның 90 проценты сит илдәргә китә.  
Өфөлә үткән конкурста илдең 38 төбәгенән 100-ҙән ашыу проект тәҡдим ителә. Башҡортостандан өсәү,  Өфө ҡала хакимиәтен «Милек» автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһы,  ял һәм һауыҡтырыу өлкәһе хеҙмәттәре менән файҙаланған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе  берҙәм теркәү системаһы һәм  «Асыҡ Республика»  проекты.
Был  тәңгәлдә  дәүләт һәм  муниципаль хеҙмәттәр, ведомство-ара документтар әйләнеше  һәм әлбиттә, электрон белем биреү буйынса эшмәкәрлекте атап үтергә мөмкин, һуңғыһы буйынса уңыштар ярайһы ғына. Беҙ был яңылыҡты башҡа төбәктәрҙән алда үҙләштерә башланыҡ һәм эш дауам килсәктә лә дауам итәсәк, тине Рөстәм Хәмитов.    
Башҡортостандың мәғлүмәт технологиялары буйынса уртаҡлашыр тәжрибәһе байтаҡ. Мәҫәлән, электрон хеҙмәттәр буйынса Республика илдә иң алдынғы урындарҙың береһен биләй. Өс йыл элек кенә был ресурс менән 500 мең тирәһе кеше файҙаланһа бөгөн 2 миллиондан ашыу.
Айти технологиялар ҙа импортты алмаштырыу технология бойондороҡһоҙлоғон һәм именлекте тәьмин итеүҙән тыш, Бөтә Рсәй иҡтисадын да алға этәрә.  Һүҙ донъя баҙарынан айырылыу тураһында бармай, беҙ экспорт хаҡында ла уйларға тейшбеҙ, тип билдәләнде  форумда.
Сараның конкурс форматынан сығып, форум рәүешендә үтеүе лә отошло. Күп ҡулланыусылар тап ошондай осрашыуҙарҙа үҙҙәре өсөн клиенттар таба. Мәҫәлән, Башҡортостандың милли архивы белгестәре  форумға хеҙмәттәшлек итеү өсөн айти компания эҙләп килгән.
Форум ике көн дауам итә. Айти конкурс еңеүселәре фекер алышыуҙан һуң  асыҡ тауыш биреү буйынса билдәләнә. Проекттарҙың күбеһе  ғәмәлдә лә һыналған, шуға әле үк уларҙың һөҙөмтәһе хаҡында фекер йөрөтөргә һәм киң ҡулланышҡа индереү хаҡында уйларға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика