Прокуратура ярҙамында халыҡҡа 285 миллион һум эш хаҡы буйынса бурыстар ҡайтарылған 24.07.2017

Хоҡуҡ һаҡлау ведомствоһы тәүге ярты йылдағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барланы.   Республика прокуроры Андрей Назаров белдереүенсә, алты айҙа ғына 56 мең федераль ҡануниәт боҙоу осрағы теркәлгән. Халыҡтың торлаҡ хоҡуҡтарын, эшҡыуарҙар мәнфәғәттәрен яҡлау буйынса эш әүҙемләшкән.

Прокурор тикшереүенән һуң  ике йөҙҙән ашыу етемгә  фатир, мөмкинлектәре сикләнгәндәргә медицина препараттары бирҙертелгән. Андрей Назаров киләһе ярты йыллыҡҡа маҡсаттар билдәләп эш хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡайтарыу һәм торлаҡ-коммуналь хужалығында эштәрҙе әүҙемләштереү бурысы ҡуйҙы.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика