Президент һайлауында иң күп тауыш йыйыусы Рөстәм Хәмитов бөгөн журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе

Президент һайлауында иң күп тауыш йыйыусы Рөстәм Хәмитов бөгөн  журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе 15.09.2014

Матбуғат конференцияһында  сәйәси компания йомғаҡтарынан тыш, һүҙ социаль-иҡтисади проблемалар, идара итеү системаһындағы яңылыҡтар хаҡында барҙы.

Рөстәм Хәмитов иң тәүҙә Башҡортостан халҡына ышанысы, әүҙемлеге өсөн рәхмәтен белдерҙе. Республика һайлаусыларының 1 миллион 800 меңе, йәғни 80 проценттан ашыуы әлеге республика етәксеһенең кандидатураһы өсөн тауыш биргән. Тәғәйенләүгә ҡарағанда, халыҡ тарафынан һайланған булыуы яуаплыраҡ, тине Рөстәм Хәмитов. Был ышанысты фиҙаҡәр хеҙмәт менән аҡларға кәрәклеген билдәләне.
Рөстәм Хәмитов лайыҡлы һәм ғәҙел көрәш алып барғандары өсөн дәғүәселәренә лә рәхмәт белдереп үтте. Дүрт йыл элек республика етәксеһенең тәүге указы балалар баҡсаһы тәрбиәселәренең эш хаҡын күтәреү хаҡында булһа, был юлы беренсе ҡарар Башҡортостандың стратегик үҫешенә ҡағыласаҡ. Журналистарҙы Республика Хөкүмәте менән бәйле үҙгәрештәр ҙә ҡыҙыҡһындыра. Мәҫәлән, Премьер-министр буласаҡмы-юҡмы. Рөстәм Хәмитов был вазифаға тәғәйенләү буласағын инҡар итмәне. Хөкүмәт менән Президент хакимиәте берлектә эшләй, системала күп яңылыҡтар көтөлмәй, тине ул.
Рөстәм Хәмитов инвестициялар йәлеп итеү, социаль өлкәләге үҙгәрештәр, ауыл хужалығы тармағының эшмәкәрлеге менән ҡәнәғәт булыуын билдәләне. Торлаҡ-коммуналь тармаҡта проблемалар бар, әммә улар хәл ителә. Алда башҡараһы эштәр, пландар күп. Шуларҙың береһе - ШОС һәм БРИКС илдәре саммиты. Өфө киләһе йыл төрлө ҡитғаларҙан ҡунаҡтар ҡабул итергә әҙерләнә. Брифингта медицина проблемалары ла күтәрелде. Мәғлүм булыуынса, әле баш ҡаланың тиҙ ярҙам хеҙмәте эш хаҡына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп аслыҡ иғлан иткән, проблема уларҙы республика системаһына беркетеү ярҙамында хәл ителәсәк, тине Рөстәм Хәмитов. Еңеүҙе билдәләүгә килгәндә, шау-шыулы тантаналар ҡаралмаған, бары тик инаугурация ғына. Мин республика халҡына ышандым, әммә проценттар былай уҡ юғары булыр тип уйламағайным, тине Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитов рәсми рәүештә үҙ вәкәләттәрен киләһе аҙна аҙағында үтәй башлаясаҡ. Башҡортостан Президентының инаугурацияһы 25 сентябрь тирәһенә тәғәйенләнгән. Артабан инде Республика Хөкүмәте отставкаға ебәреләсәк. Әммә Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, күп үҙгәрештәр көтөлмәй.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика