«Нефаз »дар Көньяҡ Африка предприятиеһы менән берлектә етештерелгән «БЭЛЛ» самосвалдары ярҙамында баҙарҙың 40-50 процентын яуларға иҫәп тота 09.07.2015

Нефтекама заводы улар өсөн әлегә яңы продукция «Камаз»йөк автомобиле кеүек үк танылыу яулар тип өмөт итә. Алдан үткәрелгән анализ нигеҙендә ошондай фараз-күҙаллау төҙөнөк тип белдерҙе бөгөнгө брифингта заводтың генераль директоры Николай Пронин.

Халыҡ-ара саммиттарҙың матбуғат үҙәге бер минутҡа ла тынмай, бер-бер артлы брифингтар алмашынып тора, журналистар менән осрашыуға дипломаттар, сәйәсмәндәр килә. Коллегаларыбыҙҙың ҡыҙыҡһыныу даирәһе шаҡтай киң. Рәсәйҙең баш санитар табибы Анна Поповаға илгә Эбола һәм башҡа сирҙәр үтеп инеү хәүефе янамаймы тигән һорау бирелде. Баш эпидемиолог бәләгә юл ҡуймау өсөн тейешле саралар комплексы башҡарыла тип белдерҙе.
Ә бына Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Өфөлә өсөнсөгә үткән «Симфония төнө» проектын юғары баһаланы. Был классик музыканы халыҡҡа еткереү, уны танытыу юлдарының иң отошлоһолор, тине министр. Шулай уҡ Владимир Ростиславович саммит ҡунаҡтарын һәм ҡала халҡын сараның мәҙәни программаһынан да ситкә ҡалмаҫҡа саҡырҙы.
Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының яңы ағзалары булыу теләген белдереүсе һәм үҙ-ара даими низағлашыусы Пакистан менән Һиндостанды ҡабул итеү беҙгә конфликтты бөтөрөү йәһәтенән мөмкинлектәр өҫтәй, тине журналистар менән осрашыуында сит ил эштәре министры Сергей Лавров. Ҡарар Өфөлә етди тикшерелә һәм ошо көндәрҙә ШОС киңәйер тип көтөлә. Ойошма Рәсәй рәйеслеге ваҡытында донъялағы позицияларын нығытты, тиелде икенсе брифингта. Рәсәй Президентының ШОС эштәре буйынса махсус вәкиле Бәхтиәр Хәкимов төп маҡсат союзға ингән илдәрҙең сәйәси һәм иҡтисади хеҙмәттәшлеген арттырыу, тышҡы янауҙарҙы бөтөрөү булды тип белдерҙе. Әйткәндәй, ойошманың сираттағы рәйесе Үзбәкстан. Ә инде ойоштороу эштәренә килгәндә, дипломат был йәһәттән Башҡортостанға һорауҙар һәм дәғүәләр юҡ тип билдәләне.
Был көн дауамында булған ваҡиғаларҙың бер өлөшө генә. Ләкин уларҙы иҫәпкә алғанда ғына ла программаның үтә лә тығыҙ булыуы аңлашыла. Сараны яҡтыртыу өсөн рәсми акрредитация үткән 1700 журналист бөтә ерҙә өлгөрөү өсөн көсөргәнешле эшләй.
Матбуғат үҙәгендәге эш шарттары бөтә талаптарға яуап бирә. Журналистар өсөн юғары тиҙлекле интернет, фото һәм видео материалды эшкәртеү үҙәге, тәүлек әйләнәһенә туҡланыу ойошторолған. Бынан сығып, Өфөлә ирешелгән килешеүҙәр шунда уҡ һәр ҡыҙыҡһыныусыға билдәле буласаҡ.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика