Муниципаль хеҙмәткә алыныусылар интернеттағы аккаунттары тураһында мәғлүмәт еткереү яуаплылығы индерелә 23.03.2017

Әле эшләп килеүсе закондарға төҙәтмәләр Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайсы сираттағы пленар ултырышында беренсе уҡыуҙы үтте.

Үҙгәрештәр раҫланған осраҡта  урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре интернеттағы сәхифәләре тураһында тейешле органдарға хәбәр итергә мәжбүр буласаҡ. Талап үтәлмәгән осраҡта, айырым закон боҙоусыға ҡарата ҡайһы бер сикләүҙәр ҡарала. Пленар ултырышта Дәүләт Думаһына закон башланғыстары ла тәҡдим ителде. Шуларҙың береһе һайлау ҡануниәтен камиллаштырыуға ҡағыла. Депутаттар һайлауҙа ҡатнашыусыны, тауыш биреү тамамланғасы мотлаҡ ялға оҙатыу кәрәклеген билдәләй.
Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың пленар ултырышында кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил Рим Ҡәйүмов йыл дауамындағы эшмәкәрлеге тураһында  телмәр тотто. Депуттаттарға ул республикала йәшәүселәрҙең төп ирке һәм хоҡуҡтарын тәьмин итеү хаҡында мәғлүмәт еткерҙе. Рим Ҡәйүмов хеҙмәткә хоҡуҡ, һаулыҡ һаҡлау, социаль етешһеҙлектәргә иғтимбар бүлде. Дөйөм алғанда барлығы көн тәртибенә барлығы 47 мәсьәлә сығарылды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика