«Морат» тау саңғыһы комплексы мөмкинлектәрен тулы ҡеүәтенә файҙаланыу һәм туристар ағымын арттырыу мотлаҡ 13.01.2017

Был турала бөгөн Республика Башлығы Белорет районына эш сәфәре барышында белдерҙе. Рөстәм Хәмитов төбәктә социаль объекттарҙың, предприятиеларҙың эшмәкәрлеген дә тикшерҙе.

Милләт Әзикәевтың һәр иртәһе трактор ҡабыҙып урам таҙартыуҙан башлана. Һөнәре буйынса түгел, күңел ҡушыуы менән. Шуға күрә Белорет районы Уҡшуҡ ауылында йәшәүселәр Милләт Абдразаҡ улын халыҡ мэры тип йөрөтә. Тап уның  ныҡышмаллығы биҫтәлә табип кабинеты асыуға булышлыҡ иткән.
Бөгөн Уҡшуҡтарҙың көнитмеше менән Республика башлығы ла танышты.Рөстәм Хәмитов Белоретҡа киләсәген аҙна башында, Йыл кешеһе конкурсы лауреаттары менән осрашыуҙа белдергәйне.  Башҡортостан башлығы урында дарыуҙар тәьминәте, йыһазландырыу менән ҡыҙыҡһынды. Уҡшуҡ биҫтәһе янында әле күләмле төҙөлөш бара, социаль йорттар төҙөлә. Квадрат метр 33 мең һумдан, киләсәктә бында етемдәр өсөн торлаҡ та төҙөләсәк, әле инженер селтәрҙәре һалына. Рөстәм Хәмитов урамдарҙы уйлап,  проектлап сафҡа индерергә ҡушты.
Төбәктә йәш ғаиләләр күп, белем усаҡтары ла етмәй. Яңы биҫтәләрҙә социаль обьекттар ҡаралған, әле иһә проблема  буш торған биналарҙы ҡулайлаштырыу ярҙамында хәл ителә. Әле һөнәрселек лицейын да 17-се  гимназия итеп үҙгәртеү бара.
Ремонтҡа 20 миллион тирәһе йүнәлтелгән, 30 миллионға яҡын аҡса кәрәк. Республика башлығы финанслау буласаҡ тип белдерҙе, был алым төҙөүгә ҡарағанда арзанға төшә. Рөстәм Хәмитов былтыр сафҡа индерелгән 1-се һанлы мәктәптә лә булды, бында ла 800-ҙән ашыу бала ике сменала уҡый.
Тиҙҙән эске эштәр министроығының белорет төбәк-ара бүлексәһе лә йорт туйлай. Обьектты төҙөу тамамланыу алдында, ул Республика иҫәбенә төҙөлгән.
Ә был предприятие халыҡҡа яҡтылыҡ бүләк итә. Электромеханика заводы электр энергияһын әҙ тотонған лампалар, яҡтыртыу ҡоролмалары сығара. Республика башлығы хеҙмәт хаҡы менән ҡыҙыҡһында, хужалар әйтеүенсә эш хаҡы буйынса бурыстар юҡ.
Белорет районындағы Морат тау саңғыһы комплексы 3-сө йыл эшләп килә. Йыл башында һигеҙ көн эсендә 9 меңгә яҡын кеше килгән, алдағы йыл менән сағыштырғанда бер меңгә тиерлек күберәк. Әммә Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, был күрһәткес аҙ.
Хужалар әйтеүенсә, халыҡ ағымы артҡанда  ҡеүәттәр етмәй. Саңғыла йөрөүселәргә сират көтөргә тура килә.
Республика башлығы комплекс етәкселегенә үткәреү, күтәрелеү системаһын камиллаштырырға ҡушты. Әле тау башына менеп етеү өсөн 15 минут ваҡыт талап ителә . Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, был күп. Кеше сәғәтенә 4-5 тапҡыр әйләнеп төшөргә тейеш.Республика башлығы тау саңғыһы комплексындағы шарттарҙы ла ҡарап сыҡты. Тауҙа был спорт төрөн үҫтереү өсөн бөтә шарттар бар, беҙ мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланырға тейешбеҙ, тине Рөстәм Хәмитов.
Белоретта туризмды үҫтереү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар. Әле төбәкте комплекслы үҫтереү буйынса эш бара, күрше райондар менән бергә урал легендаһы кластеры ғәмәлгә ашырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика