Михаил Бабич Башҡортостандың аутсорсингына күсереү тәжрибәһен юғары баһаланы 21.04.2016

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр өлкәһен коммерция булмаған ойошмалар аутсорсингына күсереү тәжрибәһен юғары баһаланы. Был турала ул Волга буйы федераль округының Гражданлыҡ институттарын үҫтереү буйынса Йәмәғәт советы ултырышында белдерҙе.

Осрашыуҙа билдәләнеүенсә, һуңғы йылдарҙа алып барылған  дәүләт сәйәсәте туранан-тура коммерция булмаған ойошмаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. 2013-2015 йылдарҙа округтың коммерция булмаған ойошмалары федераль һәм төбәк бюджеттарынан 3,4 миллиард һумлыҡ грант алған. Кәңәшмәлә социаль хеҙмәттәр күрһәткән ойошмаларға ҡануни нигеҙҙә партнерлыҡ статусы биреү мәсьәләһенә лә айырым иғтибар бирелде.  Әлеге ваҡытта был йәһәттән Башҡортостанда ярайһы тәжрибә тупланған. Төбәктә тәүгеләрҙән булып дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе коммерцияға ҡарамаған ойошмалар аутсорсингына күсереү проекты тормошҡа ашырылды. 2016 йыл башында республикала 59 автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма йорттарға барып социаль хеҙмәттәр күрһәткән. Был илдә иң юғары күрһәткес. Ултырышта Башҡортостан тәжрибәһе ентекле өйрәнеүгә һәм проект башҡа төбәктәрҙә лә тормошҡа ашырыуға лайыҡлы, тип билдәләнде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика