Машиналар эшләү, металлургия һәм ауыл хужалығы

Машиналар эшләү, металлургия һәм ауыл хужалығы 06.11.2014

Башҡортостан эшҡыуарҙары һәм Ҡытайҙың Чунцин ҡалаһының эшлекле даирәләре тап ошо тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлекте нығытырға ниәтләй.  

Бөгөн өс мең йыллыҡ тарихы булған был төбәктә  «Башҡортостан бизнесы көндәре»  үтте. Форумға Ҡытайҙың илленән ашыу вәкиле килде. Көн дауамында ике яҡ йүнселдәре араһында күп һанлы осрашыуҙар ойошторолдо.  Беҙҙең каналға биргән интервьюһында  Башҡортостан  Хөкүмәте  Премьер-министрының беренсе урынбаҫары  Рөстәм Мәрҙәнов хеҙмәттәшлектең өҫтөнлөклө йүнәлештәре тураһында һөйләне.  Уның әйтеүенсә, Ҡытай вәкилдәрендә бигерәк тә  республика вертолеттары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Улар бер-нисә пассажирға иҫәпләнгән еңел осоу аппараттары менән урындағы бизнес класстағы автопаркты алыштырға иҫәп тота. Был үҙ сиратында юлдарҙа автомобиль тығындарынан кәмергә ярҙам итер тип көтөлә.  
Бынан тыш, ауыр машиналар эшләү тармағында ла  һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеге бар. Башҡортостан эшҡыуарҙары ЧунЦин ҡалаһында урынлашҡан предприятиела  нефть һәм химия өлкәһе өсөн етештерелгән ҡорамалдарҙы ҡараны. Фекер алышыу барышында  яҡын киләсәктә Йоматау һәм Красноусол шифаханаларында  традицион Ҡытай медицинаһы бүлмәләрен асыу, Башҡортостан йәштәренә Ҡытай университеттарының береһендә уҡыуын дауам итеү  мөмкинлеге биреү  тураһында килешелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика