Мәскәүҙә Ҡытайҙың Рәсәйҙәге илселегендә Башҡортостандың исем туйы үтте 01.12.2015

Унда бик күп мәсьәләләр күтәрелде, шул иҫәптән һүҙ Өфөнән Ҡытайға  авиәбәйләнеш булдырыу тураһында ла барҙы.

Бынан тыш, Башҡортостандың сәнәғәт һәм туристик мөмкинлектәре менән таныштырҙылар. Сарала Республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Ҡытайҙың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Ли Хуэй ҡатнашты.  Ҡытай дипломаты Башҡортостанға ШОС һәм БРИКС саммиттарын юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт әйтте һәм артабан да хеҙмәттәшлекте үҫтерергә саҡырҙы. Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, киләһе йылдан   Башҡортостан һәм Ҡытайҙың провинциялары араларындағы уртаҡ проекттар тормошҡа ашырыла башлай. Киләсәктә электроника һәм электротехника йүнәлешендә лә хеҙмәттәшлек итергә ниәтләйбеҙ, тине төбәк башлығы.
Башҡортостан һәм Ҡытай араһында былтыр тауар әйләнеше 685 миллион доллар, йәғни 45 миллиард 191 миллион ярым һум булды. Сумманың 80 проценты экспортҡа тура килә. Башҡортостандан Ҡытайға турбореактив двигателдар, нефть һәм химия продукцияһы, вертолеттар, көкөрт, бал оҙатыла. Ә Ҡытайҙан насостар, арматура, машиналар, электр ҡорамалдары, пластмасс әйберҙәр, торбалар, кейем-һалым, уйынсыҡтар, аҙыҡ-түлек индерелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика