Килеп тыуған ҡатмарлыҡтар «Торос» клубына өсөнсө тапҡыр Братина кубогын еңеүгә ҡамасаулай алманы

Килеп тыуған ҡатмарлыҡтар «Торос» клубына өсөнсө тапҡыр Братина кубогын еңеүгә ҡамасаулай алманы 27.04.2015

Киреһенсә, миҙгел барышында баш тренерҙың һәм бағыусының алмашыныуы хоккейсыларға яңы үрҙәр яуларға мөмкинлек бирҙе. Был турала Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Нефтекама командаһы вәкилдәре менән осрашыуҙа белдерҙе.  

Республика етәксеһе иң тәүҙә  спортсыларҙы Рәсәйҙең Юғары хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотланы, яҡшы һөҙөмтә өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы миҙгелдә уңыштар теләне. Плей-оффта «Торос» клубы Нефтекаманың ғына түгел, ә бар республиканың да данын яҡланы. Мин дә уларҙың уйындарын күҙәтеп барҙым. Үҙенең көслө сығыштары менән «Торос» республика хоккей һөйөүселәренең ышанысын аҡланы, тине Рөстәм Хәмитов.
«Торос» клубы вәкилдәре ҡатмарлы мәлдә команданы иғтибарһыҙ ҡалдырмағаны өсөн Рөстәм Хәмитовҡа рәхмәт белдерҙе. Хоккейсылар республика башлығына финалда еңеү яулаған шайба һәм автографтар ҡуйылған бейсболка менән сәкән бүләк итте. Үҙҙәренә иҫтәлеккә  командир сәғәттәре алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  миҙгел уртаһында тәғәйенләнгән Константин Полозов ҡулы аҫтында «Торос» хоккейсылары даими чемпионатты һигеҙенсе урында ғына тамамлағайныны. Шуға ҡарамаҫтан, плей-оффта яҡташтарыбыҙ бөтөнләй икенсе һөҙөмтә күрһәтте. Улар һәр этапта дәғүәселәрен бер-бер артлы тар-мар итә барҙы. Һөҙөмтәлә республика командаһы Рәсәй чемпионы исеменә лайыҡ булды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика