Киләсәк һәр кемдең ҡулында 20.01.2017

Бөгөн Өфөлә 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән социаль-иҡтисади үҫеш буйынса стратегик документ йәмәғәтселек ҡарамағына сығарылды. Фекер алышыуға 600 кеше,  министрлыҡ-ведомство етәкселәре,  депутаттар, эшҡыуарҙар, ғалимдар саҡырылды. Проект авторҙары  Мәскәүҙең «Сколково» идара мәктәбендә махсус курстар үткән. Бөгөн йәмәғәтселек ҡарамағына биш йүнәлеш буйынса стратегик  проект  тәҡдим ителде. Улар буйынса тауыш биреү ҙә ойошторолдо. Эксперттар араһында Республика башлығы Рөстәм Хәмитов, Мәскәүҙең «Сколково» идара мәктәбе президенты Андрей Шаронов һәм башҡалар.

Социаль-иҡтисади үҫеш пландары быға тиклем ябыҡ ишектәр артында  ҡабул ителһә, хәҙер  стратегик документҡа һәр кем үҙ тәҡдимен индерә ала. 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән үҫеш проекты бөгөн  йәмәғәтселек ҡарамағында. Барлығы биш йүнәлеш,  дөйөм үҫеш мәсьәләләре,  яңы индустриялар һәм парктар, ғаилә-өҫтөнлөклө йүнәлеш,  дәүләт идараһы һәм биләмәләрҙе үҫтереү ысулдарын булдырыу. Һәр бер  өлкәлә төп факторҙарҙы асыҡлау өсөн тауыш биреү ҙә ойошторолдо. Тәҡдимдәр 19-сы мартҡа тиклем электрон адресҡа ла ҡабул ителә.
Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына ярашлы, йән башына тәғәйенләнгән төбәк тулайым продуктын өс тапҡырға арттырыу ҡарала. Әле Башҡортостан был күрһәткес буйынса 36-сы урында, киләсәктә иһә унынсы баҫҡысҡа күтәрелеү маҡсаты тора. Төп капиталға инвестициялар күләме кеше башына 304 меңдән тура килергә тейеш.
Республика башлығы стратегик документтың проектын юғары баһаланы, әммә ҡуйылған маҡсаттар тағы ла ҡыйыуыраҡ булырға тейеш. Беҙ рейтингтарҙа тәүге 20 йәки 30 төбәгенә инеү өсөн түгел, тағы өҫкәрәк 10-сы, йәки 5-се баҫҡыс хаҡында  уйларға тейешбеҙ. Республикала үҫеш өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Был күрше төбәк эшҡыуарҙарының тап беҙҙә эшләргә теләүендә лә асыҡ күренә, үҙебеҙҙҙең бизнес даирәләренә лә йоҡлап ятырға ярамай. Йәмәғәтселектән дә әүҙемлек талап ителә.
Башҡортостандың яңы гражданы тап Марсель Хәбибов кеүек булырға тейеш. Ҡариҙелдән 11-се синыф уҡыусыһы «Стратегия йәштәр күҙлегенән» конкурсы еңеүсеһе, ул  Республканан икенсе Швейцария яһау хаҡында хыяллана.  Тик инфрастурктураны һәм мәғлүмәт биреү даирәһен киңәйтеү мотлаҡ. Рөстәм Хәмитов Марселдең ниәтен хупланы. Был тәңгәлдә эш бара, һөҙөмтәләр ҙә бар. Мәҫәлән, яңы йыл каникулдарында ғына Өфөгә 110 мең тирәһе турист килгән, сағыштырыу өсөн былтыр 44 мең. Беҙ Ҡазанды ҡыуып еттек, был бик яҡшы күрһәткес, тине Республика  башлығы.
Сратегияла үҙеңде тап, йәғни был  документ һәр кемде борсоған проблемаларҙы, бурыстарҙы үҙ эсенә ала һәм уларҙы бергәләп ғәмәлгә ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Сөнки власть, бизнес, йәмәғәтселек бер бөтөн булып  эшләгәндә ген иң ҡыйыу маҡсаттар ҙа тормошҡа ашасаҡ, ә Башҡортостандың рейтингы тағы ла юғарыраҡ күтәреләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика