Киләһе йыл Башҡортостанда яңғыҙ ҡалған ҡарттар һәм инвалидтар үҙ ғаиләләрен табасаҡ 30.11.2016

Бының өсөн уларҙы ҡарауға алыусыларға ай һайын 6 мең 200 һум күләмендә матди ярҙам күрһәтелә. Был туралағы закон бөгөн Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителде. Көн тәртибенә барлығы алты тиҫтәгә яҡын мәсьәлә сығарылды, уларҙың 28-е - республика закондары проекты.

Рәсәйҙә бөгөн яңғыҙы ҡалған ҡарттар һәм инвалидтар өсөн махсус интертаттар эшләп килә. Уларҙа йәшәүселәрҙең һәр береһенә дәүләттән ай һайын 18 мең һум аҡса бүленә. Әммә һуңғы йылдарҙа бындай йорттарҙың күпләп кәмеүе күҙәтелә. Быға ҡайһы бер төбәктәрҙә ғаиләләрҙең мохтаждарҙы үҙҙәренә ҡарауға алыуы ла булышлыҡ итә. Киләһе йылдан тәжрибә Башҡортостанда ла ғәмәлгә ашырыла башлаясаҡ. Был туралағы закон проектын депутаттар икенсе-өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте.  
Ҡабул ителгән законға ярашлы, киләһе йыл дауамында республикала 24 кеше үҙ ғаиләләрен табасаҡ. Бының өсөн мохтажды ҡарауға алыусыға ай һайын 6 мең 200 һум күләмендә матди ярҙам бүлеү ҡаралған. Бер үк ваҡытта оло йәштәгенең 75 процент пенсияһы ла ғаилә бюджетын тулыландырасаҡ.  
Әле Өфөнөң тарихи өлөшөндә байтаҡ боронғо йорттар юҡҡа сыҡҡан, булғандары ла насар хәлдә. Шулай ҙа ҡайһы бер ҡомарҡыларҙың әүәлге ҡиәфәте бөгөн дә һаҡланып ҡалған. Миҫал итеп, Зәки Вәлиди һәм Цюрупа урамдары киҫелешендә урынлашҡан ошо йортта атап үтергә мөмкин. 19-сы быуатта дворян Россинскийҙар йәшәгән өй хәҙер ресторан итеп үҙгәртелгән.  
Республикала бөгөн тарихи һәм мәҙәни мираҫ объектары ғына түгел, уларҙың биләмәләре лә  һаҡлауға мохтаж. Ошо маҡсатта халыҡ һайланыусылары ғәмәлдәге республика законына ла үҙгәрештәр индерҙе.  
Бөгөндән автомобилен эвакуатор алып киткән водителдәр өсөн дә закон ябайлаштырылды. Бындай транспорт хужалары хәҙер штрафтарын бер ай эсендә түләй ала.  
Депутаттарҙың киләһе осрашыуы декабрҙә үтер тип көтөлә. Был айҙа Башҡортостан Башлығы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика