Киләһе ике йылда халыҡ иҫәбенең кәмеүе көтөлә 19.11.2015

2018 йылда демографик хәл иң киҫкен нөктәһенә етәсәк. Был иһә үлем артыуы һәм тыуымдың кәмеүенә бәйле. Һөҙөмтәлә Рәсәйҙә хеҙмәт потенциалы юғаласаҡ. Иҡтисади көрсөк мәлендә был проблема икеләтә киҫкенләшә. Мәсьәләне хәл итеү юлдары бөгөн бөтә Рәсәй  конференцияһында ҡаралды. Унда илдең 33 төбәгенән белгестәр ҡатнашты.

2012 йылдың май указдарында Рәсәй Президенты Владимир Путин демографик хәлде илдең иң төп проблемаһы тип белдерҙе. Һуңғы ике тиҫтә йылда халыҡтың артыуы күҙәтелһә лә, глобаль сағылышта тыуымдың үлемгә ҡарағанда күпкә кәмерәк булыуы билдәле. Шулай ҙа, тулыһынса булмаһа ла хәлде көйләү мөмкин. Киләсәктә демографик хәлдә бушлыҡтар барлыҡҡа килмәһен өсөн бөгөн хәстәрлек күрергә кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов.
Социологтар фекеренсә, халыҡтың кәмеүе 25 йылға бер килгән циклдың әйләнеше. Быға иһә һуғыш йылдарында  халыҡтың ҡырылыуы  сәбәпсе. Әле быуындар алмашында йәмғиәттең  кәмегән осорон кисерәбеҙ.
Әсәлек капиталы кеүек дәүләт ярҙамы хәлде бер аҙ яҡшыртһа ла, халыҡ иҫәбе артты тип һөйләп булмай, ти белгестәр. Тыуымды арттырыу өсөн ғаиләләргә  торлаҡ шарттарын яҡшыртыу,  оҙаҡ йылдарға иҫәпләнгән социаль ярҙам булырға тейеш. Илдең иҡтисади хәле лә демографияға туранан-тура йоғонто яһай.
Демографик көрсөк  цикл менән килә тиһәләр ҙә, унан сығыу юлы бар, ти белгестәр. Бөгөн үк һөҙөмтә бирмәһә лә, был эш менән киләһе быуындар өсөн шөғөлләнеү зарур. Тәү сиратта быны халыҡ аңлы рәүештә үҙе, сәләмәтлеген ҡайғыртыуҙан башларға тейеш.
Кешелек потенциалы сәйәсәте бер нисә йылға алдан уйланылған һәм үтә лә мөһим мәсьәлә. Быға Европа илдәренең тәжрибәһе асыҡ миҫал. Күп кенә ҡитғаларҙа тыуым кәмей, ә халыҡ иҫәбе шул килеш ҡала. Был бушлыҡ миграция иҫәбенә тулылана. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡҡа юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика