Киләһе ике йыл эсендә Рәсәй предприятиеларына конкурентлыҡҡа һәләтлекте арттырыу өсөн ҙур көс һалырға тура киләсәк

Киләһе ике йыл эсендә Рәсәй предприятиеларына конкурентлыҡҡа һәләтлекте арттырыу өсөн ҙур көс һалырға тура киләсәк 18.09.2014

Был турала бөгөн Рәсәй Президенты Владимир Путин  Дәүләт Советы ултырышында белдерҙе.

Кәңәшмәлә һүҙ эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уның донъя баҙарында конкурентлыҡҡа һәләтлеген арттырыу тураһында барҙы. Владимир Путин билдәләүенсә, 2012 йылда Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеү Рәсәйгә ҙур яуаплылыҡ өҫтәне. Әммә һуңғы ваҡытта бер төркөм илдәр тарафынан индерелгән сикләүҙәр ҡабул ителгән дөйөм ҡағиҙәләрҙең тарҡалыуына килтерҙе. Шуға ла беҙ үҙебеҙҙе һаҡлау өсөн яуап саралары ҡулланырға мәжбүр булдыҡ, тине Президент.

Владимир Путин санкциялар шарттарында өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе билдәләне. Бының өсөн ул банктарға кредиттарҙың процент ставкаларын кәметергә, инфраструктураны яҡшыртырға һәм реаль секторға квалификациялы белгестәрҙе күпләп әҙерләргә ҡушты. Шуға ла ҡуйылған бурыстарҙы, йыл ярым- ике йыл эсендә ғәмәлгә ашырыу өсөн Рәсәй төбәктәре башлыҡтарына ҙур өмөттәр бағлана, тине Президент.

Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Владимир Путиндың Рәсәйҙең яңы һайланған төбәктәр етәкселәре менән осрашыуында ҡатнашты. Унда 14 сентябрҙә уҙған һайлауға йомғаҡ яһалды һәм киләсәккә эш пландары барланды. Владимир Путин һайлауҙың лайыҡлы кимәлдә үтеүен билдәләп, яуаплы сәйәси кампанияны әҙерләүсе һәм уҙғарыусы һайлау комиссиялары, партиялар һәм ирекле күҙәтеүселәргә рәхмәт белдерҙе. Яңы һайланған төбәктәр етәкселәрен еңеүҙәре менән ҡотлап, алдағы эштәрендә уңыштар теләне. Ил етәксеһе фекеренсә, һайлауҙың төп һөҙөмтәһе - йәмғиәттең берҙәмлеген күрһәтеүҙә. 14 сентябрҙә уҙған һайлауҙарҙа тап милли мәнфәғәттәрҙе яҡларға әҙер булыусы һәм дәүләтебеҙҙе артабан үҫтереү һәм нығытыу өсөн сығыш яһаусы сәйәси көстәргә теләктәшлек күрһәтелде, тине Владимир Путин.

14 сентябрҙә Рәсәйҙең 30 төбәгендә етәкселәр һайланды. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Рәсәйгә ҡайтанан ҡушылған Ҡырым Республикаһы һәм Севастополь ҡалаһы ла ҡатнашты.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку