Хөрмәткә лайыҡлы хеҙмәт

Хөрмәткә лайыҡлы хеҙмәт 11.08.2016

Бөгөн Өфөлә бер төркөм төҙөлөш тармағы уңғандарына юғары дәүләт наградалары тапшырылды. Тармаҡ алдынғыларын яҡынлашып килгән һөнәри байрамдары менән Республика башлығы тәрбикләне. Төҙөүселәр көнө йыл да августың икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. Быйыл ул 14 авгусҡа тура килә.

«Баймаҡ механизацияланған күсмә колоннаһы» предприятиеһы штукатур-маляры Әлфиә Әлибаева 36 йылдан ашыу ғүмерен төҙөлөш тармағына арнаған. Үҙ эшенә һәр ваҡыт оло яуаплылҡ менән ҡараған ханымдың тыршы хеҙмәте «Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исем меннә билдәләнде.  
Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүселәре исемлеген Әлфиә Әлибаева менән бергә 27 кеше тулыландырҙы. Бынан тыш, бер төркөм хеҙмәт алдынғылары республик абашлығы ҡулынан Башҡортостандың иң юғары  дәүләт наградаһы -  Почет грамотаһын алды. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә,  элек-электән абруйлы һаналған  һөнәр эйәләре көнөн ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы, тип атарға мөмкин.
Республика башлығы әйтеүенсә, тармаҡ алдында хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Мәҫәлән, өлөшләтә торлаҡ төҙөлөшөндә  ҡатнашып алданыусылар әленән әле сығып тора.. Анһат юл менән «аҡса эшләргә теләүсе» төҙөлөш компанияһы арҡаһында, бик күптәр аҡтыҡ аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Әлеге көнгә ошондай хәлгә тарыған 3 меңдән ашыу кешенең проблемаһы  республика Хөкүмәте ярҙамында   хәл ителгән. Тантанала билдәләнеүенсә, әлбиттә,  төҙөүсе һөнәрен һайлаусыларҙың күбеһе һәм улар ҡараған төҙөлөш компаниялары  эшкә намыҫлы ҡарашы менән айырылып тора.  Һөнәри байрамын да ундайҙар яҡты йөҙ менән ҡаршылай.
Дәүләт наградалары төҙөүселәргә үҙ эшен лайыҡлы башҡарған, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн тапшырылды. Артабан да был тармаҡҡа тоғролоҡ һаҡлап, һөнәри оҫталыҡ менән республика үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә һүҙ бирҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика