Хөкөм ителгән булһаң, опекунлыҡҡа документ юллай алмаясаҡһың

Хөкөм ителгән булһаң, опекунлыҡҡа документ юллай алмаясаҡһың 28.01.2016

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары «Ғаилә кодексы»ның 139-сы статьяһына үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Уға ярашлы, баланы тәрбиәгә алыуҙы тыйыусы енәйәттәр исемлеге киңәйтелә. Бынан тыш, яҙғы сессиялағы тәүге пленар ултырышта иҡтисад, мәғариф, фән һәм башҡа өлкәләргә ҡағылышлы утыҙға яҡын закон проекты ҡаралды.

Китап уҡыусылар һаны күпме, юҡмы?! Ауылдарҙа йәмәғәт фекеренән тыш, китапханаларҙы ябыу тыйылыуы ихтимал. Урындағы уҙидаралыҡ органдары башта халыҡтан һорау алырға тейеш буласаҡ.  
Ҡарауһыҙ йөрөгән мал хужалары ла тиҙҙән яуаплылыҡҡа тарттырыла башлауы мөмкин.  Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары яңы закон проектын беренсе уҡыуҙа тикшерҙе. Төп маҡсат - малдарҙы көтөү һәм ҡыуыу эшен тәртипкә һалыу. Ә бына һыйыр, йә аттарға чиптар ҡуйыу идеяһын күп депутаттар хупланманы.
Бынан тыш, быйыл Рәсәйҙә ауыл хужалығы иҫәбен алыу ойошторола. Ул 1 июлдән 15 авгусҡа тиклем үтә. Әҙерлек эштәренә бәйле муниципаль берәмектәргә  яңы вәкәләттәр тапшырыла. Шулай уҡ тиҙҙән республикала коррупцияға ҡаршы көрәш йәнләнеүе ихтимал. Ауыл, район советы депутаттары декларация тапшырырға тейеш буласаҡ. Уға ярашлы, халыҡ өсөн янып-көйөп эшләүселәр килем, сығымдары, шул уҡ ваҡытта мөлкәте хаҡында мәғлүмәтте йәшермәҫкә бурыслы.
Яҙғы сессиялағы күп мәсәләләр республика иҡтисады үҫешенә, буласаҡ һайлауҙарға ҡағыла. Әйткәндәй, былтырғы  һөҙөмтәләр буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың пленар ултырыштарында 137 закон, 300-ән ашыу ҡарар ҡабул ителгән. Яҙғы сессияла тәҡдим ителгән ҡануни документ проекттарының да күбеһе тиҙҙән үҙ көсөнә инер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика