Күсемһеҙ милек баҙарындағы тынлыҡ теркәү акттарының кәмеүенә  килтергән 29.01.2016

Был турала  Росреестр-ҙың Башҡортостан идаралығы етәкселәре йыл йомғаҡтарына арналған ултырышта белдерҙе.

Былтыр Башҡортостан идаралығы аша  800 меңдән ашыу операция үткәрелгән. Был һан алдағы йыл менән сағыштырғанда, ике процентҡа аҙыраҡ. Әммә күрһәткесте насар тип әйтеп булмай. Башҡортостан  милек өлкәһендәге төрлө килешеүҙәрҙе теркәү буйынса илдә 6-сы урын биләй. Әлеге тынлыҡ иһә иҡтисади көрсөк менән бәйле. Мәҫәлән, 2015 йылда  ипотека алыусыларҙың кәмеүе күҙәтелгән. Росреестр-ҙың эш сифатына килгәндә инде бында  хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса  яңынан-яңы  алымдар индерелә. Заманса сервистарҙың береһе - дәүләт теркәүен интернет аша үтеү.  
Игорь Шеляков, Росреестр-ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе: «Был хоҡуҡ менән тәү сиратта муниципаль берәмектәр, айырыуса Өфө ҡалаһы бик уңышлы файҙаланды.  Шулай уҡ Сибай менән Нефтекама ҡалаһының әүҙемлеген дә билдәләп үтергә кәрәк. Электрон формала бик күп ғаризалар ҡабул ителде, йәғни, бер айҙа ғына меңдән ашыу. Быйыл тәүге кварталда күрһәткестәр тағы яҡшыраҡ булыр тип көтәбеҙ, сөнки электрон бәйләнеш бик уңайлы».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика