Көндөң икенсе яртыһында Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы совет президиумы ултырышында ҡатнашты

Көндөң икенсе яртыһында Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ҡарамағындағы совет президиумы ултырышында  ҡатнашты 18.04.2017

Видеокәңәшмә барышында өҫтөнлөклө проекттарҙы тулыландырыу мәсьәләләре ҡаралды. Атап әйткәндә, юлдарҙы төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлеген камиллаштырыу проблемалары өйрәнелде.

Өҫтөнлөклө проекттар Башҡортостанда ла тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, Өфө, Благовещен, Иглин, Ҡырмыҫҡалы һәм Шишмә райондарында юлдар төҙөкләндерелә. Ошо маҡсатта федераль ҡаҙнанан республикаға йыл да 1 миллиардҡа тиклем аҡса йүнәлтеү ҡаралған. Торлаҡ-коммуналь йүнәлеш буйынса быйыл Башҡортостан 9 йөҙ миллион һумға яҡын финанс ярҙам аласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика