Италияның Турин ҡалаһында башҡорт аш-һыу көндәре 24.09.2016

Декабрь аҙағында аппенин ярымутрауында йәшәүселәр бишбармаҡ, ҡуллама, ҡаҙы, йылҡы ите һәм  ҡымыҙ тәмләп ҡарай аласаҡ, сәк-сәк, бауырһаҡ менән сәй эсәсәк. Көньяҡ Европа илендә йәшәүселәргә  башҡорт ризыҡтарынан ауыҙ иттереү менән бер рәттән халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен күрһәтеү ҙә ҡарала.

Бөгөн был турала килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа  Италияның  мәҙәниәт, туризм, аҙыҡ-түлек һәм шарап тәҡдим итеүселәр берлеге президенты менән Өфөнөң фекерҙәш рестораторҙар клубы етәкселеге ҡул ҡуйҙы. Италия вәкилдәре Өфө етәкселеген дә Туринға сәфәр ҡылырға саҡырҙы.
Башҡортостан иҡтисадын Италияла, Италия мөмкинлектәрен республикабыҙҙа танытыу бик мөһим. Шуға ла мин тәүге сиратта Өфө ҡалаһы етәкселеген Туринда үтәсәк сараларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам. Бәйләнештәрҙе нығытыу ике аралағы хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалыр тип ышанам.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика