Иран менән хеҙмәттәшлек киңәйә 18.07.2016

Республикаға  4 көнлөк эш сәфәре менән Ислам Республикаһының Меркези провинцияһы делегацияһы  килде. Сит ил ҡунаҡтарын бөгөн Республика башлығы ҡабул итте.

Иран делегацияһының төп маҡсаты  ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу, һүҙ тәү сиратта сәнәғәт, ауыл хужалығы тармағы тураһында бара.  Рөстәм Хәмитов ҡунаҡтарҙы республиканың иҡтисади-етештереү ҡеүәте менән таныштырҙы. Әле ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе тотороҡло тип әйтеп булмай, республиканың тышҡы  сауҙа әйлнешендә Иран республикаһы ни  бары 70-се урындарҙа тора.  Әммә һуңғы йылдарҙа ике республика хеҙмәттәшлекте нығытыу буйынса даими эш алып бара. Меркези провинцияһы вәкилдәре төбәк кимәлендәге бәйләнештәрҙе нығытыу ҙа уңышлы буласаҡ тип иәҫпәләй.   тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар, киләһе йыл Өфөлә рәсәй-иран форумы үтәсәк, тап ошо осрашыуҙа берлектәге аныҡ проекттарға нигеҙ һалыныр тип көтөлә.  Сарала Ирандың барлыҡ провинцияларынан да, Рәсәй субьекттарынан да вәкилдәр ҡатнашасаҡ

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика