Илгиз Ҡыҙырғолов Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры итеп тәғәйенләнде 22.02.2017

Был туралағы Указға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Илгиз Раян улы Ҡыҙырғолов 1976 йылда Ишембай районы Байғужа ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Физика-математика фәндәре докторы.

2001-2006 йылдарҙа  Башҡорт дәүләт университетының теоретик физика кафедраһы ассистенты, өлкән уҡытыусыһы булып эшләй, доцент дәрәжәһенә ирешә. 2006 йылдан  Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының мәғариф һәм фән бүлегенең баш белгесе булып эшкә күсә. 2006-2009 йылдарҙа З.Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһы проректоры.  2009-2010 йылдарҙа Илгиз Ҡыҙырғолов Республика Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығын етәкләй. 2010-2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты ректоры һәм проректоры вазифаларын биләй. 2015 йылдан алып ошо көнгә тиклем Илгиз Ҡыҙырғолов БДУ-ның Нефтекама филиалы директоры булып эшләне.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика