Игорь Баринов Рәсәйҙә милләттәрҙең берҙәмлеген нығытыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды 11.04.2016

Мигранттарҙы адаптациялау, этник-мәҙәни үҫеш, экстремизмды иҫкәртеү тик 5-6 субъектта ғына етди бара. Бынан сығып, ведомство етәксеһе мәсьәлә буйынса дәүләт программаһын булдырыу зарур тип белдерҙе. Халыҡтар дуҫлығына иғтибарҙың бер ваҡытта ла күп булмауы менән Рөстәм Хәмитов та килеште.

Эш сәфәре сиктәрендә Игорь Баринов Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин һәм Башҡортотстан митрополияһы рәйесе Никон менән осрашты. Дин әһелдәре менән ул йәштәргә дини белем биреүҙе берҙәм стандарттарға ярашлы алып барыу, экстремизмға ҡаршы тороу юлдары һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында әңгәмәләште. Игорь Баринов билдәләүенсә, күп милләтле Рәсәйҙә халыҡтарҙың дуҫ һәм татыу йәшәүенән ил именлеге лә тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика