Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко етәкселегендәге делегация рәсми сәфәр менән Индонезияла  булды 15.11.2014

Урындағы парламент палаталары  вәкилдәре менән осрашыуҙа яҡтар араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мәсьәләләре тикшерелде. Валентина Матвиенко билдәләүенсә, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм гуманитар бәйләнештәр өлкәһендә  парламентарийҙарҙың да әүҙем эш итеүе талап ителә.  Бының өсөн Федерация советы рәйесе Рәсәй һәм Индонезея парламенттары араһында дуҫлыҡ төркөмө төҙөү тәҡдиме менән сығыш яһаны. Уны Рәсәй яғынан фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова етәкләйәсәк.

Парламенттың юғары палата спикеры фекеренсә,  Рәсәйҙә алдынғы төбәктәрҙең береһе һаналған Башҡортостанды бөгөн  Индонезия менән иҡтисади хеҙмәттәшлек бәйләй. Былтыр яҡтар араһындағы тышҡы тауар әйләнеше 79 миллион самаһы доллар тәшкил иткән. Шулай уҡ Башҡортостан менән Индонезия араһында газ һәм нефть сәнәғәтендә тығыҙ хеҙмәттәшек урынлаштырылған. Валентина Матвиенконың Индонезиялағы коллегаһы дуҫлыҡ төркөмө ойошторолоуы һәм уны Рәсәй яғынан Лилиә Ғүмәрова етәкләйәсәген ыңғай баһаланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика