Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә тротуарҙар юҡ 11.08.2016

Йәйәүлеләргә  машиналар хәрәкәт иткән юлдан йөрөргә тура килә. Был проблемаға  Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары иғтибар итте. Бөгөн улар Нижегородка биҫтәһенә рейдҡа сыҡты.

Нижегородка биҫтәһендә ҡайҙалыр йәйәүләп барып етеү  оло һынауға тиң. Тротуарҙар юҡ. Йәйәүлеләр  еңел автомобилдәр хәрәкәтенә ҡаршы барырға мәжбүр. Юл тар булғанлыҡтан был хәүефле.
Биҫтәгә бөгөн Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары рейдҡа сыҡты. Тротуар һалыу өсөн юл ситенән  кәртәгә тиклем  урын  етерлек. Йәйәү йөрөүселәргә шарттар булдырыу мөмкин, тигән фекерҙә штаб ағзалары. Әйткәндәй, Благовар урамындағы  автомобиль юлы  ла улар ҡатнашлығы менән тәртипкә килтерелгән.  
Алина Сөләймәнова, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе ағзаһы, «Вся Уфа» телеканалы директоры: «Беҙ Нижегородкала   бер йыл элек рейд үткәргәйнек. Асфальт ҡатламы урыны -урыны менән ГОСТ талаптарын боҙоп һалынғайны, ямғыр һыуы аға торған люктар дөрөҫ ҡуйылмағайны. Етешһеҙлектәр бөтөрөлгән. Тротуар мәсьәләһе киҫкен тора. Ул бында бер ҡасан да булмаған. Халыҡ ошо проблема менән беҙгә  күп тапҡыр  мөрәжәғәт итте».
Тиҙҙән яңы уҡыу йылы башлана. Ата-әсәләр балаларын белем усағына тиклем етәкләп алып барырға, ҡаршы алырға күнеккән. Сөнки Нижегородкала бала ғүмерҙәре йыш ҡыйыла. Тротуарҙар ғына түгел, йәйәүлеләр өсөн үткәүелдәр ҙә юҡ, юл билдәләре лә һирәк осрай.
Рейд һөҙөмтәләре буйынса Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһе ағзалары Өфө ҡала хакимиәтенә хат яҙасаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика