Өфөлә «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе партия проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса йыл йомғаҡтарын барланы 25.12.2015

Бөгөнгә сәйәси башланғыстарҙың һаны ҡырҡтан ашҡан. Шулай уҡ муниципаль кимәлдә лә халыҡ менән бергә эшләү, киҫкен мәсьәләләрҙе хәл итеү яйға һалынған.

Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау булһынмы, һаулыҡ һаҡлау, коммуналь-хужалыҡ өлкәһеме, спортты үҫтереүмы - был проекттар алдында йәшәү сифатын яҡшырытыу маҡсаты тора. «Реаль эштәр» ҙә йыл дауамында район-ҡалаларҙа уңышлы эшләне: юлдар, спорт майҙансыҡтары, социаль объекттар төҙөкләндерелде, һыу үткәргестәр, урам яҡтыртыу ҡорамалдары урынлаштырылды.
Форум сиктәрендә киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең эштәре араһында ойошторолған  республика конкурсына ла йомғаҡ яһалды. Иң күп еңеүҙәр коллегаларыбыҙға - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар хеҙмәте» хәбәрселәренә эләкте.  «Телекадр» номинацияһында тәүге урынды Альбина Хәйруллина алһа, бәйгелә Рәмилә Исмәғилева, Гөлназ Хәйбуллина, Максим Окунев һәм операторыбыҙ Артур Хановтың да эштәре юғары баһаланды. «Алтын» микрофон номинацияһында  «Юлдаш» йыр-моң мәғлүмәт каналы менән «Спутник ФМ» радиоһы журналистарына етеүселәр булманы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика