Өфөгә ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусы дәүләт башлыҡтары килә башланы

Өфөгә ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусы дәүләт башлыҡтары килә башланы 07.07.2015

Бөгөн Башҡортостан еренә ҡатыны менән  Көньяҡ Африка Республикаһы Президенты Джейкоб Зума аяҡ баҫты. Сит ил вәкилдәрен баш ҡаланың Халыҡ-ара аэропортында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды. Өфөлә Джейкоб Зума БРИКС-ҡа ингән дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтары осрашыуында ҡатнашасаҡ.

2014 йылда Башҡортостан менән Көньяҡ Африка Республикаһы араһында тышҡы сауҙа  әйләнеше 53,4 мең доллар тәшкил иткән. Сумманың 83 проценты экспорт тауарҙарына тура килә. Тауар әйләнешендәге иң юғары күрһәткес 2012 йылда, Башҡортостан Көньяҡ Африка Республикаһына иген оҙатҡан ваҡытта күҙәтелгән. Республика биләмәһендә Башҡортостандың «Нефаз» һәм Көньяҡ Африка Республикаһының  «Bell» самосвалдарын эшләү буйынса берлектәге проектына старт бирелгән. Әлеге ваҡытта тәүге өлгөләрҙе сафҡа индереү башланған. Самосвалды республика карьерҙарының береһендә һынау планлаштырыла.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика