"Ебәк юлы" - Башҡортостанда

"Ебәк юлы" - Башҡортостанда 23.06.2016

Июль башында Мәскәү-Пекин халыҡ ара раллиһы старт ала. Быйыл ул республика биләмәһе аша ла үтә. Ярыштың Башҡортостан өлөшөн үткәреү буйынса бөгөн ойоштороу комитеты ултырыш үтте. Уға Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселек итте.

Ярышта ҡатнашыусыларҙың 10 июлдә республика килә башлауы көтөлә. Улар Халыҡ-ара "Өфө" аэопорты янында урынлашасаҡ сатыр ҡаласығында ял итәсәк. Ҡунаҡтарҙы шулай баш ҡала ҡунаҡханаларының береһенә урынлаштырыу ҡарала. 11 июль иртәһе экипаждар М-5 трассаһы аша хәрәкәт итеп Миәс ҡалаһына сыға. Артабан еңел һәм йөк машиналарында уҙышыусылар Башҡортостандың Учалы районы Беренсе май ҡасабаһы янында ярыша. Уға әҙерлек тулы кимәлдә башҡарылған. Спортсыларҙың йәшәү шарттары, юлдарҙа именлек тәьмин итеү мәсьәләһе тулыһынса тиерлек хәл ителгән тип билдәләнде ойоштороу комитеты ултырышында.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку