Донъя йәнә  Өфөнө һайлай 25.01.2016

Бөгөн башҡалала БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү министрҙары форумға йыйылды. Осрашыуҙа   яңы эш урындары асыу, эшһеҙлек кимәлен кәметеү, хеҙмәт урындарын легалләштереү, эшсе һөнәрҙәргә иғтибарҙы арттырыу кеүек бар дәүләттәр өсөн дә уртаҡ проблемалар ҡарала

Форум  иртәгә Декларацияға ҡул ҡуйыу менән тамамлана. Оло йыйында беҙҙең ижади төркөм дә эшләй. Әле хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова  ваҡиға урынынан тура бәйләнешкә сыҡты. Рәмзиә  хәйерле кис,  форумда  ниндәй мәсьәләләр күтәрелә.
Агарвал Шанкар, Һиндостан хөкүмәте секретары: «Хеҙмәт баҙары менән бәйле проблемалар беҙҙең дәүләткә лә хас, шуға күрә уларҙы хәл итеү юлдан бергәләп барлау, тәжрибә уртаҡлашыу бик мөһим, тип уйлайым. Хаҡлыҡ бәхәстә тыуа тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит».
Джордж Дэннис, Көньяҡ Африка республикаһының профсоюздар ойошмаһы рәйесе:
«Мин Өфөлә йәйен саммиттарҙа ла булғайным, бик оҡшаны. Әле һеҙҙә ҡыш, һалҡын икәнен яҡшы беләм, шуға йылы кейемдәр алып килдем.  Бер ҡат күлдәк кейгән һымаҡ күренһәм дә, эстә  һыуыҡ үткәрмәй торған махсус  термокейемем бар».
Рәхмәт Рәмзиә, беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә  БРИКС илдәренең хеҙмәт һәм халыҡты эш менән тәьмин итеү министрҙары форумынан тура бәйләнешкә хәбәрсебеҙ Рәмзиә Кәримова сыҡты.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика