Дүртенсе состав йәмәғәт палатаһының рәйесе итеп Ольга Панчихина һайланды

Дүртенсе состав  йәмәғәт палатаһының рәйесе итеп Ольга Панчихина һайланды 01.07.2015

Быға тиклем дә ул ойошмала рәйес кәңәшсеһе вазифаһын биләй ине. Йәмғеһе Башҡортостандың  йәмәғәт палатаһында 33 ағза. Тулыһынса тиерлек яңыртылған состав менән Респпублика башлығы Рөстәм Хәмитов осрашты.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, йәмәғәт ойошмаһы булыуға ҡарамаҫтан, палата ағзаларына республиканың социаль -иҡтисади үҫешен яҡшыртыу буйынса етди бурыстар йөкмәтелә. Һеҙ башланғыстар һәм идеялар генераторы булырға тейешһегеҙ, тине Рөстәм Хәмитов. Хөкүмәт иһә йәмәғәт палатаһы өсөн мөмкин тиклем асыҡ буласаҡ. Осрашыуҙа ойошманың вәкәләттәрен киңәйтеү тураһында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов фекеренсә, халыҡҡа депутаттар биреп еткермәгән иғтибарҙы йәмәғәт палатаһы бүлергә тейеш. Ошо рәүешле улар төбәк етәкселеге эшмәкәрлегенә ҙур ярҙам итә аласаҡ.
Йәмәғәт палатаһының яңы составы иһә етди эштәргә әҙер булыуын тәүге ултырышта уҡ күрһәтте. Ойошма Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай эшендә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Илдең байтаҡ төбәктәрендә закон проекттарын тәүге уҡыуға сығарғансы тиклем йәмәғәт ойошмаһы менән тикшереү тәжрибәһе бар. Беҙҙә иһә палата ағзаларына документтарҙы беренсе уҡыу үткәргәндә  ҡатнашыу мөмкинлеге бирелеүе ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика