Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың  яҙғы сессиялағы тәүге ултырышы 28 ғинуарҙа үтә 11.01.2016

Был турала бөгөн республика парламентында үткән кәңәшмәлә иғлан ителде. Ултырышта депутаттар алдағы ярты йылға эш планы билдәләне.

Был осорҙа халыҡ һайланыусылары республика тормошоноң төрлө өлкәләренә ҡағылышлы 65 закон проектын ҡарарға ниәтләй. Улар араһында Күгәрсен районының айырым ауыл биләмәләрендә алкоголле эсемлектәр һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы күҙаллағаны ла бар. Бындай тәҡдим менән  ауыл халҡы үҙҙәре сығыш яһаған. Башланғыс республикала былтыр ҡабул ителгән алкоголь продукцияһы әйләнешен көйләү хаҡындағы законға нигеҙләнә. Депутаттар уны хуплаған осраҡта, граждандарҙың алкоголь һатыуҙы көйләү хоҡуғын раҫлаусы тәүге документ ғәмәлгә инәсәк.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика