Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 30 октябргә тәғәйенләнде

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы ултырышы 30 октябргә тәғәйенләнде 21.10.2014

Депутаттар ҡарамағына 60-тан ашыу закон проекты тәҡдим ителәсәк. Бөгөн Президиум ағзалары көн тәртибенә сығарыласаҡ мәсьәләләрҙе ҡараны.

Бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттарының ун өсөнсө ултырышы «Хөкүмәт сәғәте» менән  башланасаҡ. Бында республиканың юл-транспорт комплексы үҫеше тикшереләсәк. Халыҡ һайланыусылары республиканың  киләһе йылдарға иҫәпләнгән финанс документы проектын да ҡараясаҡ. Бюджет ҡануниәте тәүге һәм һуңғы уҡыуҙы бер юлы үтәсәк. Һалымдарға ҡағылышлы закон проекттары ла байтаҡ. Депутаттар 40 ат көсөнән дә ҡеүәтлерәк мотоциклдары булған граждандарға  транспорт  һалымын кәметеү яҡлы. Был иһә ике тәгәрмәсле техниканы теркәүҙән баш тартыусыларҙы кәметер тип көтөлә. Мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылышлы үҙенсәлекле закон проекттары ла бар. Киләһе ултырышта халыҡ һайланыусылары юғары уҡыу йорттарында белем алыусыларға бушлай музейҙарға йөрөү мөмкинлеге бирәсәк. Граждандарҙың үҙҙәренә закон башланғысы менән сығыу мөмкинлеге биргән хоҡуҡи документ та тәүге уҡыуға сығарыла. Был проект халыҡты ҡануниәтте камиллаштырыу эшенә әүҙемерәк йәлеп итер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика