Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы 27 октябргә тәғәйенләнде

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы  27 октябргә тәғәйенләнде 20.10.2015

Был турала ҡарар бөгөн парламент Президиумында раҫланды. Пленар ултырыштың көн тәртибенә барлығы алты тиҫтәнән ашыу закон проекты сығарыла. Киләһе осорға тәғәйенләнгән бюджет документы тәүге уҡыу үтәсәк. Донъя кимәлендә иҡтисади ҡыйынлыҡтар күҙәтелеүгә ҡарамаҫтан, Башҡортостандың төп финанс документы социаль йүнәлешен һаҡлап ҡаласаҡ.

Депутаттар шулай уҡ, ҡулланыусылар йәмғиәте эшмәкәрлегенә бәйле мәғлүмәт тыңлаясаҡ. Импортты алмаштырыу кеүек мөһим бурыстар хәл ителгән мәлдә  ҡулланыусы менән туранан-тура эшләүсе ойошмаға өмөттәр ҙур, тигән фекерҙә парламент вәкилдәре. Бигерәк тә,  ауыл халҡынан сеймал йыйыуҙы ойоштороу көнүҙәк мәсьәлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика