Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы 26 февралдә үтә

Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың сираттағы пленар ултырышы 26 февралдә үтә 19.02.2015

Ултырыштың көн тәртибенә 60-ҡа яҡын мәсьәлә индерелгән.

Тәүгә ҡараласаҡ закондар араһында республиканың административ хоҡуҡ боҙоуҙар хаҡындағы кодексына үҙгәрештәр индереүгә ҡағылғаны ла бар. Өфө ҡала советы депутаттары тәҡдим иткән закон проекты рөхсәт ителмәгән реклама өсөн штраф күләмен арттырыуҙы күҙаллай.  Әлеге ваҡытта республикала күп фатирлы йорттарға  рөхсәтһеҙ йәбештерелгән иғландар өсөн тәүгә тәғәйенләнгән штраф -  физик шәхестәргә   300-ҙән 500, вазифа биләүсе кешеләргә 1 мең һумдан 2 мең, юридик шәхестәргә 5 меңдән 8 мең һумға тиклем күләмдә ҡаралған. Депутаттар  был хәл ҡайтанан ҡабатланған осраҡта, штрафты  ике-өс тапҡырға арттырырға тәҡдим итә.  Ә инде ҡала йәки ауыл биләмәләрендә рөхсәтһеҙ урынлаштырылған реклама өсөн штраф күләме тәүге осраҡтан уҡ 500 һумдан да кәм булмаҫҡа тейеш.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика