Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай депутаттары ташландыҡ автомобилдәрҙе эвакуациялау тураһында положение әҙерләй 14.12.2016

Халыҡ һайланыусылары әйтеүенсә, ихаталарҙа хужаһыҙ йәки ҡарауһыҙ торған автомобилдәр урындағы халыҡҡа ғына түгел, коммуналь хеҙмәттәргә һәм махсус техникаға ла ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Уларҙан арыныу кәрәк, ти депутаттар.

Положение йылдар буйы ихаталарҙа ултырырға транспорт сараларын махсус туҡталҡаға алып китеү мөмкинлеге бирәсәк. Ләкин эвакуациялар алдынан иҫкәрмәләр ебәреү, уның хужаларын билдәләү  буйынса эштәр башҡарыласаҡ. Улар асыҡланмаған осраҡта техника алып кителә.
Депутаттар тикшергән икенсе закон проекты ла автомобилдәрҙе эвакуациялауға ҡағыла. Халыҡ һайланыусылары  законды әҙерәк ябайлаштырыу яҡлы. Быға тиклем махсус туҡталҡанан транспорт сараһын алыу өсөн мотлаҡ штраф түләргә кәрәк булһа, Башҡортостан парламенты халыҡҡа утыҙ көн ваҡыт бирергә тәҡдим итә.
Закон проекты беренсе уҡыуҙы үтте лә инде. Ләкин хоуҡ һаҡлау органдары уның менән килешмәй. Икенсе уҡыуға тиклем закон проектын үҙгәртеү һәм камиллаштырыу талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика