Дәүләкән районы советы бөгөн Илшат Фәзрахмановты контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләне

Дәүләкән районы советы бөгөн Илшат Фәзрахмановты контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләне 30.04.2015

Илшат Фәзрахманов  1977 йылда Әлшәй районында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, иҡтисад фәндәре кандидаты. Әлегә тиклем Башҡортостан Хөкүмәте аппаратының урман хужалығы һәм агросәнәғәт комплексы департаменты директоры булып эшләне.

Шулай уҡ Йәрмәкәй район советы ҡарары менән Илшат Райманов контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул Йәрмәкәй районы хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, элемтә һәм юл хужалығы буйынса урынбаҫары вазифаһын биләне. Илшат Райманов 1965 йылда тыуған, Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика