БРИКС илдәре саммиты 2015 йылдың 9-10 июлендә Өфөлә үтә 16.07.2014

Кисә ил Президенты Владимир Путин Бразилияла ойошма илдәре вәкилдәренең  киңәйтелгән ултырышында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостандың баш ҡалаһына саҡырҙы.

Өфөлә уҙасаҡ саммит тураһында һүҙ Бразилияла ойошторолған матбуғат конференцияһында ла ҡуҙғатылды. Унда Рөстәм Хәмитов  республикала халыҡ-ара саммиттарға әҙерлек барышы хаҡында һөйләне. Билдәләнеүенсә, бөтәһе лә план буйынса бара. Объекттарҙы яңыртыу һәм төҙөүҙә ҡыйынлыҡтар юҡ. Барлыҡ биналар һәм ҡоролмалар, ҡунаҡханалар 2014 йыл аҙағы - 2015 йыл башына тиклем әҙер булырға тейеш.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика