Бер-нисә минуттан бөгөнгө сәйәси кампания уңайынан Өфөлә асылған Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә «Медиакиңлек һәм һайлауҙар» тигән тема буйынса дисскуссия башлана 18.09.2016

Миңзәлә Закирова - Башҡорт дәүләт аграр университет студенты. Киләсәген журналистика менән бәйләргә теләгән ҡыҙ өсөн Йәмәғәт матбуғат үҙәге - мөһим сәйәси кампания ағышын күҙәтеү йәһәтенән  ҙур мөмкинлек бирҙе.

Һайлау процессын үҫтереү, асыҡлыҡ һәм интерактивлыҡты тәьмин итеү буйынса өр-яңы проект. Рәсәй һайлау тарихында беренсе тапҡыр ойошторолған йәмәғәт матбуғат үҙәге эшмәкәрлегенә  ошондай баһа бирелде. Көн дауамында бик күп эксперттар брифинг үткәрҙе. Һайлауҙа ҡатнашҡан партия вәкилдәре сығыш яһаны. Теркәлеү үткән журналистар һәм блогерҙар һаны 100-гә яҡын. Саранан рәсми мәғлүмәт саралары  ғына түгел, ирекле баҫма, интернет-сайт хәбәрселәре лә ситтә ҡалманы.
Ирекле матбуғат үҙәге эргәһендә Граждандар контроле ассоциацияһы тарафынан ойошторолған ситуациялар үҙәгендә ҡыҙыу телефон эшләне. Көн дауамында адвокат һәм юристар  һайлаусылар, күҙәтеүсе һәм партиялар вәкилдәренән килгән һорауҙарҙы ҡабул итте.
Йәмәғәт матбуғат үҙәге төнгө бергә тиклем эшләй. Иң һуңғы ҙур брифинг төнгө сәғәт 12 тула 20 минутта башлана. Был үҙәктең артабанғы программаһы менән 8 965  923 2000 телефоны буйынса белешергә мөмкин. Ҡыҙыҡлы тип табылған ирекле матбуғат үҙәгенә теләге булған һәр кем килә ала. Зөлфиә Рәхмәтуллина, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика