Берҙәм тауыш биреү көнөндә республикала йәшәүсе һайлаусыларҙың 72 проценттан ашыуы конституцион хоҡуҡтары менән файҙаланған 19.09.2016

Был турала бөгөн хәбәрселәр менән осрашыуҙа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдерҙе. Иртәнге сәғәт 11-гә бюллетендәрҙең 94 процент самаһы иҫәпләнгән булыуы билдәле. Шулай ҙа яҡынса мәғлүмәттәр менән әле үк танышырға мөмкин.  

Парламент һайлауҙарында быйыл 14 сәйәси партия ҡатнашты. Ул ҡатнаш система буйынса үтте: 225 депутат партия исемлеге буйынса, тағы ла 225 кандидат бер мандатлы округтан һайланды. Партия исемлеге буйынса республикала иң күп тауышты «Берҙәм Рәсәй»ҙәр  йыйҙы. Икенселә Коммунистар партияһы һәм өсөнсөлә либерал демократтар. Башҡа партиялар уларҙан етди ҡалышты.
Бер мандатлы округка килгәндә, Өфөлә Павел Качкаев, Благовещенда Илдар Бикбаев, Белоретта Зөһрә Рәхмәтуллина, Салауат бер мандатлы һайлау округында Зариф Байғусҡаров, Стәрлетамаҡта Алексей Изотов, Нефтекама бер мандатлы һайлау округында Рифат Шәйхетдинов еңеү яуланы. Тәүге биш еңеүсе «Берҙәм Рәсәй» партияһын күрһәтһә, Рифат Шәйхетдинов иһә Граждандар платформаһынан.
Башҡортостанда өҫтәлмә һайлауҙар барышында Инорс һәм Нарыш округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға ике мандат эйәһе лә асыҡланды. Улар Евгений Семивеличенко менән Раил Фәхретдинов. Әлбиттә, мәғлүмәттәрҙең барыһы ла әлегә яҡынса ғына күрһәтелгән. 100 процент һандар көн дауамында билдәле буласаҡ. Әммә әлеге нисбәткә уның әллә ни ҡағылышы юҡ, дөйөм картина үҙгәрмәйәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика