«Башнефть» компанияһының Башҡортостан мөлкәтендәге акциялар пакеты хосусилаштырылмаясаҡ

«Башнефть» компанияһының Башҡортостан мөлкәтендәге акциялар пакеты хосусилаштырылмаясаҡ 01.10.2016

Был турала Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Сочи ҡалаһында үткән халыҡ-ара инвестиция форумында биргән интервьюһында белдерҙе.

Форум сиктәрендә республиканың төп сәнәғәт предприятиеларының береһен шәхси ҡулдарға тапшырыу тараһында фекер алышыу йәнләнеп китте. Вице-премьер  Игорь Шувалов ил хөкүмәте «Башнефть» компанияһының акциялар пакетын йыл аҙағына тиклем хосусилаштырылыуы тураһында  белдерҙе. Уға төп дәғүәселәр ҙә аталды. «Роснефть» менән «Лукойл» компаниялары төп һатып алыусылар исемлегендә. Башҡортостан мөлкәтендәге пакетты һатыуға сығарыу тураһында һүҙ бармай. Хосусилаштырыуға федераль пакет сығарыла. Өҫтәүенә, контроль пакетҡа яңы хужалар табылһа ла «Башнефть» айырым юридик шәхес булып ҡаласаҡ. Сөнки донъяға танылған исеме, бренды бар. Был шулай уҡ республика ҡаҙнаһын тулыландырыу йәһәтенән дә әһәмиәтле, тип билдәләне Рәстәм Хәмитов.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика