Башҡортостандың туристик потенциалын үҫтереүгә Рус география йәмғиәте булышлыҡ итәсәк 07.06.2016

Башҡортостандың туристик потенциалын үҫтереүгә Рус география йәмғиәте булышлыҡ итәсәк

Шулай итеп туристик маршруттар, экспедициялар, төрлө ғилми-ғәмәли конференциялар һәм семинарҙар ойоштора. Башҡортостанды ял итеү  урыны булараҡ башҡа төбәктәрҙә танытыу Рус география йәмғиәте аша алып барыласаҡ. Килешеү урта һәм юғары белем биреү йорттарында географияны уҡытыуҙа хеҙмәттәшлек итеүҙе, йәш быуында илһөйәрлек рухы, тыуған яҡты өйрәнеү теләген тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда Рус география йәмғиәте бүлексәһе 1954 йылда булдырыла. Былтыр ойошманың попечителдәр советы составы раҫланды. Уны төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов етәкләне.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлеге бер нисә ҙур конкурс һәм башҡа саралар ойошторған да инде. «Башҡорт Уралы» ҡышҡы спартакиадаһы, «Башҡортостандың иң яҡшы урмансыһы» һөнәри бәйгеһе, балалар өсөн «Башҡортостан ҡоштары» интернет-конкурсы, география буйынса тоталь диктант шулар иҫәбендә. Бынан тыш, былтыр төбәк бүлексә Рус география йәмғиәтенең 750 мең һумға ике, быйыл бер миллион һигеҙ йөҙ меңгә өс грантын яулаған. Аҡсалар яңы туристик маршруттар булдырыуға, солоҡсолоҡто һаҡлап ҡалыу һәм танытыуға, һуҡыр балалар өсөн махсус экогеография методик ҡулланмаһы нәшер итеүгә бирелә. Был күләмле эштең башы ғына тип билдәләй Рөстәм Хәмитов.  

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика