Башҡортостандың милли-тарихи ҡомартҡыларын Рус география йәмғиәте яҡлаясаҡ 14.10.2015

Ойошманың төбәк бүлексәһе республикала  яҡлауға мохтаж бер нисә проектты тормошҡа ашырырға ниәтләй. Шул иҫәптән тәбиғи ҡомартҡыларҙы , хайуандар, ҡош-ҡорт  донъяһын һаҡлау  һәм эске туризмды үҫтереү. Иң мөһиме  йәмғиәт киләсәк быуында илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бөгөн Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлегенең тәүге ултырышы үтте.

Рус география йәмғиәте илдә 1845 йылдан алып  эшләп килә. Ойошмаға билдәле ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, сәйәхәтселәр ингән. Уның тәү маҡсаты ер шарын, географияны  өйрәнеү, асыштар - булған. Һуңғы йылдарҙа ойошма яңы һулыш алды. Владимир Путин етәкселегендә Рус география йәмғиәте тәбиғәтте һаҡлау, тирә-йүнде өйрәнеү буйынса байтаҡ проекттар башланы. Илдә һирәк ҡалған йәнлектәрҙе тергеҙеү, уникаль тәбиғәт объекттарын һаҡлау эше тап ошо ойошма күҙәтеүендә башҡарыла. Башҡортостанда ла йәмғиәттең үҙ бүлексәһе бар. Республикала йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлеге өсөн мөмкинлектәр ҙур, тине Рөстәм Хәмитов
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе төбәктең иҡтисади һәм социаль герграфияһы, геоэкология, картография, тәбиғәттән һөҙөмтәле файҙаланыуҙы өйрәнеү менән шөғөлләнә. Ултырышта попечителдәр советы был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн бюджет та билдәләне.
Камил Йыһаншин, рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлеге рәйесе, яҙыусы, сәйәхәтсе: «Башҡортостанда Рус география йәмғиәте ҡуйған бурыстарҙы үтәү өсөн ҙур мөмкинлектәр бар. Беҙҙең башҡарасаҡ эштәр планында мәҫәлән башҡорт бал ҡортон һаҡлау, Яҡтыкүл төбөн таҙартыу, һирәк йәнлектәрҙе һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын яҡлау кеүек эштәр ҡаралған. Бөгөн беҙ ошо проекттарҙы башҡарыуға сығымдар  билдәләнек. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бындай изге эштәр өсөн бер ниндәй аҡсалар ҙа йәл түгел».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика