Башҡортостанда Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре башланды

Башҡортостанда Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәре башланды 05.11.2015

Сарала ҡатнашыу өсөн республикаға 200 кешенән торған Ҡытай делегацияһы килде, ҡунаҡтар араһында дәүләт эшмәкәрҙәре лә, эшҡыуарҙар ҙа, журналистар ҙа бар.  Был  форум оло хеҙмәттәшлектең башланғысы ғына, килсәктә ике яҡ араһында берлектәге 20 проектты тормошҡа ашырыу ҡарала. Улар тәү сиратта ауыл хужалығы, металлургия, урман сәнәғәте өлкәһенә ҡағыла. Бөгөн йәнә хеҙмәттәшлекте  нығытыу хаҡындағы ике документҡа ҡул ҡуйылды.  Килешеүгә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Цзянси провинцияһы губернаторы  Лу Синьше ҡул ҡуйҙы.

Сәй яратыуҙы башҡорт менән ҡытайҙы бәйләгән төп уртаҡлыҡ  тиһәң дә хата булмаҫ.  Көнсығыш Азия дәүләтен  беҙҙең халыҡ борондан уҡ хуш еҫле сәйе аша белә. Шуға күрә баш ҡала  кешеләренең бөгөнгө күргәҙмәгә тап ошо продукция артынан килеүен тәбиғи тип ҡабул итергә мөмкин.  
Ҡытай  шулай уҡ быуаттар төпкөлөнән зауыҡлы фарфоры, ебәк туҡымалары менән дан тота. Бөгөн был  әйберҙәрҙең бөтәһен дә  Өфөләге күргәҙмәлә  табырға мөмкин. Залда шулай уҡ башҡа ҡулланыу тауарҙары ла  урын алған.  Әммә бөгөн  һүҙ  Цзянси провинцияһында етештерелгән  әйберҙәр менән танышыу, тауар әйләнеше хаҡында ғына бармай. Маҡсаттар күпкә тәрәнерәк.  Ике төбәк ауыл хужалығы, урман сәнәғәте, металлургия тармағында берлектәге проекттарҙы тормошоҡа ашырырыға ниәтләй.  Был эштәр Вогла-Янцзы программаһы сиктәрендә башҡарыла,  2013-сө йылдан унда Волга буйы федераль округы һәм Ҡытайҙың Зәңгәр йылғаһы буйында урынлашҡан биш провинция ҡатнаша.  Республика улар менән 35 килешеүгә ҡул ҡуйған, документтарҙың 20-һе Цзянси провинцияһы менән хеҙмәттәшлек хаҡында.
Лу Синьше, Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы губернаторы: «Берлектәге хеҙмәттәшлекте  үҫтереү буйынса тәҡдимдәребеҙ күп. Әлеге ваҡытта иң ҙур проблема  мәғлүмәт етешмәүе. Ике яҡтың да ихтыяждарын асыҡлағандан һуң эш алып барыуы еңелерәк буласаҡ, шуға күрә бөгөн  һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Бер-беребеҙ хаҡында тулыраҡ белеү өсөн Башҡортостан башлығы менән ике төбәктә лә үҙ вәкиллектәребеҙҙе асырға килештек».
Цзянси провинцияһы халҡы буйынса Башҡортостандан яҡынса ун тапҡырға ҙурыраҡ, унда 45 миллион халыҡ йәшәй. Ә бына биләмә буйынса беҙҙең республика киңерәк. Цзянси Ҡытайҙың экологик яҡтан таҙа һәм иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәге тип һанала.   Шуға күрә урында  туризм да ныҡлы үҫешкән.  Бөрйәндәр Цзянси менән тап ошо йүнәлеш буйынса тәжрибә уртаҡлашырға йыйына.
Ҡытайҙарҙы  ҡортсолоҡ та ҡыҙыҡһындыра.  Улар республикала бал ҡорттарын дауалау  препараттары сығарыу буйынса завод төҙөргә уйлай.
Цзянси провинцияһы иҡтисады һәм мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһынан һуң хеҙмәтәшлек хаҡындағы ике килешеүгә ҡул ҡуйылды. Аныҡ проеттарға килгәндә,  Өфөлә асыласаҡ сауҙа үҙәген билдәләргә мөмкин, объектҡа нигеҙ иртәгә һалына. Шулай уҡ  ике төбәк баҡыр рудаһы ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса  комплекс  һалырға лә иҫәп тота. Цзянциның был тәңгәлдәге тәжрибәһе ҙур, провинция файҙалы ҡаҙылмаларға, айырыуса баҡыр, вольфрам ятҡылыҡтарына бай.  Шулай уҡ гуманитар өлкәлә һәм студенттар менән алмашыу буйынса да эш алып барыласаҡ. Ҡытайҙарҙа тәүге аҙымды яһауы ғына ауыр тигән әйтем бар, ти ҡунаҡтар. Ә артабан күпкә еңелерәк, алда аныҡ  эштәр көтә,  хатта, ике яҡ араһында тура авиарейстар асыу хаҡында ла һүҙ бара.  
Башҡортостан менән Ҡытайҙың Цзянси провинцияһы араһында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлектәре киң. Ике яҡ та географик  шарттары, иҡтисади  ҡеүәте буйынса бер-береһенә оҡшаш. Башҡортостанда ла, Цзянси провинцияһында ла ауыл хужалығы, металларугия тармағы ныҡ алға киткән. Ике төбәктең дә яртыһынан күберәк биләмәһен урмандар ҡаплауын һәм тарихи ҡомартҡыларҙың күп булыуын иҫәпкә алғанда  туризм өлкәһендә лә бәйләнештәрҙе үҫтерергә мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика