Башҡортостанда илдәге тәүге геопарк барлыҡҡа киләсәк 24.03.2016

Бөгөн Рөстәм Хәмитов һәм Юнеско эштәре буйынса Рәсәй комиссияһы сәркәтибе Григорий Орджоникидзеның осрашыуында уны ойоштороу юлдары өйрәнелде.

Геопарк урындағы ерлектең тарихын, тәбиғәтен, ҡаҙылма байлыҡтарын һәм башҡа үҙенсәлектәренә сағылдырыусы айырыуса һаҡланған биләмә. Бындай төбәктәр ғилми эҙләнеүҙәр, турист һәм ял итеүселәрҙең мәккәһенә әйләнә. Әле Рәсәйҙә бындай урындар юҡ.
Башҡортостан башлығының Георгий Орджоникидзе менән был тәүге осрашыу түгел. Күптән түгел генә геопарк булдырыу тураһында һөйләшеп килешелгәйне. Был юлы иһә Юнеско вәкилдәре аныҡ тәҡдимдәр һәм тәүге һөҙөмтәләр менән килгән.
Григорий Орджоникидзе, Юнеско эштәре буйынса рәсәй комиссияһының яуаплы сәркәтибе: «Рәсәйҙә тәүге геопаркты Башҡортостанда ойоштороу тәҡдиме Рөстәм Хәмитовтыҡы. Уның шул тиклем туризмды үҫтереү теләге беҙгә лә этәргес бирҙе. Был тәжрибә проекты буласаҡ һәм тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар. Тәүге геопарктың тап һеҙҙә булыуы оло мәртәбә».
Башланғыс Юнеско ойошмаһына ла яңы эш йүнәлеше асҡан. Быға тиклем ул геопарктар булдырыу менән шөғөлләнмәгән. Бынан тыш Юнеско вәкилдәре баш ҡаланың ике юғары уҡыу йортонда үҙ кафедраларын булдырыу тәҡдимен дә ҡараны. Координация советы ултырышына илдең тағы биш юғары уҡыу йорто үҙ кандидатураһын сығарғайны.  
Быға тиклем Башҡорт дәүләт университетында һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Юнесконың кафедралары эшләп килде. Һәр кафедраның үҙ йүнәлеше бар. Студенттар ошо йүнәлештәрҙә үҙ фекерҙәштәрен, ғалимдар таба. Уның Юнеско ҡанаты аҫтында эшләүе иһә хеҙмәттәшлекте халыҡ-ара кимәлгә сығарыу мөмкинлеге бирә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика