Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға килеү күрһәткесе 72  процент самаһы тәшкил иткән 19.09.2016

Был турала бөгөн хәбәрселәр менән осрашыуҙа Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев белдерҙе. Берҙәм тауыш биреү көнөндә Бишбүләк, Благовар, Тәтешле, Саҡмағош һәм Шаран райондары айырыуса ҙур әүҙемлек күрһәткән.  Атап үтелгән төбәктәрҙә һайлаусылар һаны 90 проценттан ашып киткән. Тағы ла 22 төбәктә был күрһәткес 80 проценттан  да кәм түгел

Парламент һайлауҙарында быйыл 14 сәйәси партия ҡатнашты. Ул ҡатнаш система, йәғни 225 депутат партия исемлеге буйынса, тағы ла 225 кандидат бер мандатлы округтан һайланды. Партия исемлеге буйынса республикала иң күп тауышты «Берҙәм Рәсәй»ҙәр  йыйҙы. Икенселә Коммунистар партияһы,  өсөнсөлә либерал демократтар һәм дүртенселә «Ғәҙел Рәсәй». Башҡа партиялар уларҙан етди ҡалышты. Күптәрҙең күрһәткестәре 1 процентҡа ла тулманы. Шулай уҡ алты округта депутат мандаттары өсөн 47 кандидат көрәште. Шуларҙың бишәүһендә һайлаусылар «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәренә өҫтөнлөк бирҙе, тағы ла бер кандидат Граждандар платформаһын күрһәтә.  
Башҡортостанда өҫтәлмә һайлау барышында Инорс һәм Нарыш округтары буйынса Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға ике мандат эйәһе лә асыҡланды. Улар Евгений Семивеличенко менән Раил Фәхретдинов. Кандидаттарҙың икеһе лә «Берҙәм Рәсәй» партияһы вәкилдәре. Ә инде һайлауға килеү күрһәткесе буйынса республика Волга буйы федераль округында өсөнсө урынға сыҡты. Төбәктә ул 72 процент самаһы тәшкил итте.
Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре быйылғы һайлауҙың мөмкин тиклем ғәҙел үтеүен билдәләне. Берҙәм тауыш биреү көнө барышында барлығы дәғүә белдергән 54 дәғүә ҡабул ителгән. Әммә тикшереүҙәр барышында уларҙың күбеһе ысынбарлыҡҡа тап килмәгән. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан белдереүҙәренсә, юғары күрһәткестәр тәү сиратта исемлекте республика башлығы етәкләүе һәм праймериз һөҙөмтәләре менән бәйле. Йәғни, партия эсендәге алдан тауыш биреү иң лайыҡлы кандидаттарҙы һайлап алырға ярҙам иткән.
Дәүләт Думаһының етенсе саҡырылышында «Берҙәм Рәсәй» партияһы 343 урын алыр тип көтөлә.  Партия исемлеге буйынса республиканан кемдәрҙең парламентҡа үтәсәге әлегә билдәһеҙ. Һәр хәлдә, власть партияһы вәкилдәре кәмендә 5-6 мандат алырға иҫәп тота.  
Стендап. Рәсми мәғлүмәттәр яҡын көндәрҙә иғлан ителер тип көтөлә. Шулай ҙа бөгөндәндән үк билдәле булыуынса, йылдың иң мөһим сәйәси ваҡиғаһы республикала закон сиктәрендә һәм тыныс шарттарҙа үткән. Ә инде күпселек тауыш йыйған кандидаттар тиҙҙән халыҡ мәнфәғәттәре өсөн эшләй башлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика