Башҡортостанда 2020 йылда үтәсәк фольклориадаға әҙерлек тулы күләмдә бара

Башҡортостанда 2020 йылда үтәсәк фольклориадаға  әҙерлек тулы күләмдә  бара 19.12.2016

Был тура бөгөн Республика башлығы  фольклор  фестивалдәре һәм традицион сәнғәтте ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет  делегацияһы менән осрашыуҙа белдерҙе.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Башҡортостанда  фольклорҙы һаҡлауға һәм үҫтереүгә  ныҡлы иғтибар бирелә, һәр бер ауыл клубының, мәҙәниәт һарайының үҙ ансамблдәре бар. Үҙешмәкәр түңәрәктәр ҙә, профессиональ ансамблдәр ҙә уңышлы эшләй. Башҡортостан илдең иң ҡеүәтле төбәктәренең береһе, халыҡ һаны буйынса етенсе урында  тора. Ауыл хужалығы, сәнәғәт тармағы ныҡлы үҫешкән. Халыҡ-ара кимәлдәге саралар даими үтә, фольклориаданы ҡабул итеү сөсөн мөмкинлектәр етерлек, әле әҙерлек бара, тине Республика башлығы.
Фольклориада, йәғни фольклор фестивале 1996 йылдан ойошторола. Мәҙәни сара дүрт йылға бер үтә, ошоға тиклем  ул Нидерландтарҙа, Японияла, Венгрияла һәм Көньяҡ Кореяла уҙған. 2020 йылда күләмле тамашаны Башҡортостан ҡабул итә. Халыҡ-ара совет ағзалары фекеренсә, тап беҙҙең төбәкте һайлау осраҡлы түгел, республика бай  милли-мәҫәни ҡомартыҡылары менән дан тота.
Филипп Боосан, фольклор фестивалдәрен һәм традицион сәнғәтте ойоштороу буйынса халыҡ-ара советтың вице президенты: «Фольклориаданан һуң Башҡортостандың мәҙәни хазиналары хаҡында бөтә донъя беләсәк.  Өфөнө килеп күрергә теләүселәр күп, һеҙҙең халыҡтың ҡунаҡсыллығы хаҡында бик яҡшы беләбеҙ».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика