Башҡортостан Вьетнамдың Бариа-Вунгтау провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итәсәк 12.01.2017

Алдан хәбәр ителеүенсә, 11 ғинуарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов етәкселегендәге республика  делегацияһының Вьетнам Социалистик Республикаһына эш сәфәре башланды. Бөгөн улар Бариа-Вунгтау провинцияһы етәкселеге менән осрашты.

Фекер алышыу барышында һүҙ төбәктәр араһындағы хеҙмәттәшлекте нығытыу, тауар әйләнешен киңәйтеү тураһында барҙы. Ҡул ҡуйылған килешеү фән, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, туризм һәм спорт өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Сит ил вәкилдәре Башҡортостанды диңгеҙ аҙыҡтары, емеш-еләк һәм еңел сәнәғәт тауарҙары  менән тәьмин итергә әҙер. Республика үҙ сиратында нефть сәнәғәте, сервис хеҙмәтләндереүе һәм Өфө дәүләт нефть-техник университеты базаһында белгестәр әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя.  


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика