Башҡортостан республикаһының 100 йыллығын билдәләүҙе ойоштороу комитеты төҙөлдө 11.08.2016

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн ҡул ҡуйған Указға ярашлы, комитеттың составы раҫланды, уны Башҡортостан башлығы үҙе етәкләй.

Республика хөкүмәтенә 1 ноябргә тиклем төп саралар планын әҙерләргә, финанслау сығанаҡтарын билдәләргә ҡушылды. Район һәм ҡала хакимиәттәре 1 декабргә тиклем урындарҙа Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләүҙе ойоштороу комитеттарын төҙөргә, саралар планын әҙерләргә тейеш. Указдың үтәлешен күҙәтеү Республика башлығы хакимиәтенә йөкмәтелде. 2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләү тураһында Рәсәй президентының Указы 17 июлдән көсөнә инде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика