Башҡортостан прокурорҙары бер йыл эсендә генә 6 меңдән ашыу коррупция ғәмәлен асыҡлаған 12.01.2016

Уларҙың етмеше буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. 2 мең өс йөҙ  вазифа биләүсе яуаплылыҡҡа тарттырылған. Үҙҙәренең һөнәри байрамын прокурорҙар ошондай юғары күрһәткестәр менән ҡаршылай. Шулай ҙа ришүәтселек менән көрәш  улар башҡарған эшмәкәрлектең бер йүнәлеше генә.

294 йыл  элек  Петр беренсенең указы буйынса барлыҡҡа килгән прокуратура системаһы  бөгөн дә закондар үтәлешен күҙәтеүсе, хоҡуҡ һағында тороусы төп  хеҙмәт булып һанала.  Прокуратура хеҙмәткәрҙәре  иҡтисади һәм социаль өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙар, енәйәтселек, коррупцияға һәм экстремизмға ҡаршы көрәш кеүек мөһим  йүнәлештәр буйынса эш алып бара.  Бюрократик кәртәләрҙе емереү,  торлаҡ-коммуналь системала тәртип урынлаштыру, етемдәргә торлаҡ биреү эшен яҡшыртыуҙа системаның эше баһалап бөткөһөҙ Бигерәк тә граждандарҙың социаль хоҡуҡтарын һаҡлау, хеҙмәт мөнәсәбәттәрен көйләүгә етди иғтибар бирелә.
Һөнәри байрам - үткән йыл һөҙөмтәләрен барлап, киләсәккә пландар ҡороу мәле лә. Рөстәм Хәмитов прокурорҙарҙы тәбрикләп бөгөнгө шарттар хоҡуҡ һаҡсыларынан айырыуса уяулыҡ һәм көсөргәнешлек талап итә тине. Һуңғы арала көс структураларына  халыҡ ышанысы арта һәм прокурорҙар ҙа граждандарға мөмкин тиклем яуаплыраҡ, асыҡ һәм иғтибарлыраҡ булырға тейеш. Киләсәккә эш йүнәлешен билдәләп, илдә экстремизм һәм коррупцияға ҡаршы көрәште көсәйтеү мөһим, тине республика башлығы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика