Башҡортостан Президенты Ҡырғыҙстандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Марат Шаршекеев менән осрашты

Башҡортостан Президенты Ҡырғыҙстандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Марат Шаршекеев менән осрашты 22.10.2014

Урта Азия дәүләте вәкиле Башҡортостанға Бөтә Рәсәй энергетика форумында ҡатнашырға килгән. Был сараға уны республика башлығы Ҡырғыҙстанға эш сәфәре барышында саҡырғайны.

Был осрашыуҙы сентябрҙәге эшлекле сәфәрҙә билдәләнгән ниәттәрҙе тормошҡа ашырыу буйынса тәүге  аҙым тиергә лә мөмкин. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, бер ай элек һөйләшеп килешелгән проекттар буйынса эш башланған да инде. Үҙ-ара хеҙмәттәшлекте киңерәк йәйелдереүгә өмөттәребеҙ ҙур, тине төбәк етәксеһе.
Осрашыуҙа иҡтисади һәм гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлек юлдары тикшерелде. Уҙған йылда Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан араһындағы тауар әйләнеше 225 миллион доллар тәшкил иткән. Урта Азия дәүләтенә нефть тауарҙарҙы сығарылһа, беҙгә башлыса электр лампалары, мамыҡ, йөн һәм йәшелсә килтерелә. Башҡортостанда әле ҡырғыҙ эшҡыуарҙары ҡатнашлығында 4 берлектәге предприятие ойошторолған. Улар күмәртәләп һатыу йүнәлешендә эшләй.
Осрашыуҙа ҡырғыҙҙар менән башҡорттарҙың мәҙәни оҡшашлығы һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Беҙ бер-беребеҙҙе тәржемәсеһеҙ ҙә аңлайбыҙ, тине Ҡырғыҙстан вәкиле.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку