Башҡортостан Президенты вазифаһына партияларҙан кандидаттар теркәү тамамланды

Башҡортостан Президенты вазифаһына партияларҙан кандидаттар теркәү тамамланды 10.07.2014

Ошо уңайҙан Республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев журналистар менән осрашты.

Башҡортостанда һайлау кампанияһы башында 56 сәйәси партияның төбәк бүлексәһе теркәлгән. Улар араһынан Башҡортостан Президенты вазифаһына һайлауҙа ҡатнашырға 11 сәйәси партия үҙ вәкилен тәҡдим иткән. 9 июлдә «Граждандар көсө» сәйәси партияһы Үҙәк һайлау комиссияһына үҙ вәкиле Раил Сарбаевты кандидаттар исемлегенән алыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә сәйәси көрәште 10 кандидат дауам итәсәк. Тәҡдим ителгән кандидаттар муниципаль биләмәләрҙең вәкәләтле органдары депутаттарынан 457, шул иҫәптә муниципаль район һәм ҡала депутаттарынан 57 ҡултамға йыйырға тейеш һәм 19 июль киске алтыға тиклем Үҙәк һайлау комиссияһына хуплау ҡағыҙҙарын тапшырырға тейеш. Артабан ҡултамғаларҙы Үҙәк һайлау комиссияһының Эшсе төркөмө тикшерә, һәр кандидат буйынса йомғаҡлау протоколы төҙөлә. Был эш 28 июлгә тиклем тамаланырға тейеш. Быйыл һайлау участкаларында видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылмай, участкаларҙа үтә күренмәле йәшниктәр файҙаланыласаҡ. Һайлауҙы ойоштороуға ҡаҙнанан 330 миллион һум аҡса бүленгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку